09.07.2019 2020 йыл Рәсәйҙә Хәтер һәм дан йылы тип иғлан ителде
Бының туралағы указға ил башлығы Владимир Путин ҡул ҡуйҙы.
"Тарихи хәтерҙе һаҡлау һәм 1941-1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 75 йыл тулыуҙы үткәреү йәһәтенән, 2020 йылда Рәсәй Федерацияһында Хәтер һәм дан йылын үткәрергә ҡарар ҡылам", - тиелгән документта. Ул 8 июлдә ғәмәлгә инде.
Хәтер һәм дан йылын ойоштороу "Победа" Рәсәй ойоштороу комитетына ҡушылған. Уның эшен Рәсәй Президенты хакимиәте башлығы Антон Вайно тикшерәсәк.
Хөкүмәт ай дауамында төп сараларҙың планын раҫларға тейеш.