09.07.2019 "Хәйбуллалар Мәскәү һабантуйын шаулатты!"
тип хәбәр итте беҙгә Сәлимә Байгилдина-Ғафарова.
- Мәскәү ҡалаһында үткән “Һабантуй-2019” бөтә донъя фестивалендә Хәйбулла районынан 50-нән ашыу кешенән торған делегация республикабыҙҙың данын яҡлап ҡайтты.
Байрамға районыбыҙ хакимиәте башлығы Раил Ибраһимов менән район Советы рәйесе Александр Карпов та килеп етте.
Мәскәү йылғаһы буйында урынлашҡан "Коломенское" музей-ҡурсаулыҡ майҙаны был көндө кесе Башҡортостанды хәтерләтте. Өс сәхнәлә башҡорт йыр-моңдары яңғырап торһа, хәйбуллалар әҙерләгән милли ризыҡтарҙың тәмле еҫтәре ҡунаҡсыл тирмәләргә саҡырып торҙо. Әле һабантуй башланыуға иртә булыуға ҡарамаҫтан, халыҡ ағыла башланы. Кемдер яҡташтарын күрергә ашҡынып килһә, бәғзеләр бынан дүрт йыл элек хәйбуллалар алып килгән милли ризыҡтарҙан ауыҙ итеп, был юлы ла ҡыуанып килеп еткәндәр.
Яҡташтарыбыҙ ҡунаҡтарҙы дәртле бейеү һәм милли аш-һыу - сәк-сәк, бауырһаҡ, ҡымыҙ менән ҡаршы алды. Хәйбуллалар әҙерләгән тематик майҙансыҡта халҡыбыҙҙың көнкүреше, милли кейемдәре, боронғо кәсептәре менән танышырға мөмкин булды. Сит төбәктәрҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙ ҡурай, ҡумыҙ моңдарын тыңлап кинәнде. Башҡорт тирмәһе үҙенә йөҙҙәрсә кешене ылыҡтырҙы.
Лапаҫ аҫтында урынлашҡан йәйге усаҡлыҡтан кеше ағымы өҙөлмәне, Зәкиә Кадаева сығарған мейестә бешкән май икмәкте ауыҙ итергә теләүселәр бихисап булды.
Вәзәм һуҡма шәлдәре клубы ағзаһы Клара Ласынова байрамға йыйылыусыларға дебеттән шәл, балаҫ һуғыу, оҫталығын күрһәтте. Әлфидә Ултраҡова милли биҙәүестәр алып барҙы. Һаҡмар-Наҙарғол ауылы уңғандары Эльвира Юнысова, Гөлиә Шәриповалар, фермер Эльвира Ғәбитовалар үҙҙәре етештергән милли ризыҡтар – ҡорот, ҡыҙыл эремсек, ҡымыҙ, май менән һатыу итте.
Ҡунаҡтар, хайран ҡалып, башҡорт йәшәйешен һәм мәҙәниәтен сағылдырған этно ихатаны, кейеҙ тирмәне, йәйге усаҡлыҡты, ҡул эштәрен, милли йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йыр-бейеүҙәрен ҡараны. Яҡташтарыбыҙ әҙерләгән ҡымыҙ, тултырма, ҡорот, сәк-сәк, кеүек милли ризыҡтарҙан һәм шифалы үлән сәйҙәрен ауыҙ итте.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова хәйбуллаларҙың әҙерлеген юғары баһаланы, республиканы лайыҡлы күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.