«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Путин Зеленский менән осрашырға әҙер түгел әле



09.07.2019 Путин Зеленский менән осрашырға әҙер түгел әле

Кисә Украина Президенты Владимир Зеленский Фейсбук аша Рәсәй Президенты Владимир Путинға Минскиҙа осрашыу тәҡдиме менән мөрәжәғәт иткән. Йәнәһе, Украиналағы хәл-торошто яйға һалырға кәрәк.

Тик унда улар икәү генә түгел, әлбиттә, ә бер төркөм "аралашсы" ла буласаҡ.

Зеленский фекеренсә, һөйләшеүҙә АҠШ, Бөйөк Британия, Германия, Франция етәкселегенең дә булыуы шарт.

Беҙҙең Президент нимә уйлай икән? Владимир Путиндың тура яуабы юҡ әлегә. Етмәһә, тәҡдим социаль селтәр аша ғына таралды.

Путиндың матбуғат секретары Дмитрий Песков еткерә уның һүҙҙәрен. Уның билдәләүенсә, Рәсәй әлегә яуап бирергә әҙер түгел. Зеленский әйткән форматты аңларға кәрәк. АҠШ унда нимәгә?





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға