«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Кодекс яҙған йәштәр



08.07.2019 Кодекс яҙған йәштәр

Бишенсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында йәштәр ҙә байтаҡ ҡатнашты. Улар араһында Башҡорт халҡының стратегияһын әҙерләүгә тос өлөш индереүселәр ҙә бар. Егеттәр һәм ҡыҙҙар үҙ проекттарын апрелдә үткән Йәштәр конференцияһында күрһәткәйне. Иң яҡшы эштәр авторҙары ҙур йыйынға делегат итеп саҡырылды.

“Торатау” Конгресс-холында барған Ҡоролтайҙа аралашҡан йәштәрҙең икәүһе “Замана башҡортоноң кодексы” проектын булдырыусылар командаһынан – Заһир Әминев менән Азамат Фәсхетдинов (һүрәттә – һулдан өсөнсө һәм дүртенсе).

Кодекс? Эйе. Беҙҙең әүҙем йәштәрҙең был тиклем етди проектты яҙырға ла ҡулдарынан килә.
Егеттәр әйтеүенсә, Кодекс проектында улар бергәләп халҡыбыҙҙың ыңғай һәм кире сифаттарын (холҡон тиергә лә мөмкин) һанап үткән. Шунан кире яҡтарын нисек яҡшыға үҙгәртергә була, тигән һорауға яуап табырға тырышҡан.

Ыңғай сифаттарға ғәҙеллек яратыу, белем алыу, рухи яҡтан бай, тәбиғәтте яратыу, ҡунаҡсыл, ололарҙы ихтирам итеү, туғандарҙы хәстәрләү, таҙалыҡ яратыу, кешелеклек кеүектәр индерелгән.
Кире яҡтан иһә башҡорттарға бәйле ҡайһы бер стереотиптар һанап үтелгән. Йәнәһе, улар ҡыҫыҡ күҙле, ҡара сәсле. Әйтерһең дә, беҙҙең арала саф блондиндар юҡ. Шәжәрәне яҡшылап өйрәнеүселәр белә!
Йәнә бер стереотип – танышлыҡ булмаһа, уңышҡа ирешеп тә булмай. Сәбәбе - билдәле башҡорттарҙың биографияһын белмәү.

Кодексты әҙерләүселәр халҡыбыҙ араһында үҙ көсөнә ышаныусылар күп булһын тигән маҡсат ҡуйған.
Проект менән танышып, беҙ, киләсәктә, бәлки, тап ошо Кодекс буйынса йәшәй башларбыҙ.
Заһир ҙа, Азамат та юғары белем алып, нефть тармағында эшләп йөрөй. Уларға уңыштар теләйек.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға