«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Грузияға самолеттар туҡтатылды



08.07.2019 Грузияға самолеттар туҡтатылды

Воронеж – Тбилиси маршруты Владимир Путин бойороғо менән туҡтатылды. Президент халыҡтың хәүефһеҙлеген ҡайғыртып, Рәсәй авиакомпанияларына Грузияға осоуҙы тыйҙы.


Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 20 июндән, Воронеж депутаты Сергей Гаврилов Грузияла Парламент-ара православие ассамблеяһы етәксеһе вазифаһын биләгән көндән алып митингтар тынмай. Дәүләт Думаһы депутаты әйтеүенсә, был вазифаны уға Грузия яғы үҙе тәҡдим иткән, ләкин оппозициялағы партияларға был хәл оҡшап етмәгән. Сарала талаш сыҡҡан, ә урамдарҙа халыҡтың протест акциялары башланған.

Тбилисиҙа күп һанлы акциялар барышында,митингҡа сығыусылар парламент спикеры Ираклий Кобахидзеның отставкаға китеүен, 2020 йылда парламент һайлауҙарын пропорциональ система буйынса уҙғарылыуын, ҡулға алынған активистарҙың иреккә сығарылыуын талап итте һәм теләгенә иреште. Әлеге ваҡытта грузиндар Эске эштәр министры Георгий Гахарияның вазифаһын бушатыуын талап итә.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға