«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Хоспис асыусы Һиҙиәтовҡа - һәйкәл



08.07.2019 Хоспис асыусы Һиҙиәтовҡа - һәйкәл

Республикала берҙән-бер хосписҡа нигеҙ һалыусы шәхесте барыһы ла тик йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә ала. Ишмырҙа Хәйернур улы — бик күптәрҙе ҡулдарының шифаһы менән генә түгел, ә күңел миһырбанлығы менән дә дауалаған изге йән.


Арҙаҡлы яҡташыбыҙҙың һәйкәленә нигеҙ һалыу эшен ойоштороп ебәреүсе Асҡар үҙәк район дауаханаһы хирург – онкологы Ринат Мәһәҙиев былай тип һөйләй:

—Башҡортостандың һәм БР Һаулыҡ һаҡлау системаһының - 100, онколог, проктолог Ишмырҙа Һиҙиәтовтың тыуыуына 85 йыл тулыуына арнап оло эш башҡарҙыҡ. Эш Илгиз Килдейәров етәкселегендәге район дауахана коллективы башланғысы, табиптың һеңлеһе Ғәлиә Солтанова һәм урындағы эшҡыуарҙарҙың ярҙамы менән атҡарылып сыҡты.

Ишмырҙа Һиҙиәтовтың тимер һыны үҙәк район дауаханаһының паллиатив ярҙам бүлеге йәғни үҙенең исемен йөрөткән хоспис алдына ҡуйылды.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға