«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Беҙ водителдәрҙең аҡсаһына һунар итмәйбеҙ, ә тормош бүләк итәбеҙ”



08.07.2019 “Беҙ водителдәрҙең аҡсаһына һунар итмәйбеҙ, ә тормош бүләк итәбеҙ”

Республика Хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә юлдарҙа камералар урынлаштырыу тураһында һүҙ барҙы. Юлдарҙы ремонтлау аварияларҙың артыуына килтерә. Сөнки водитель тигеҙ юлдан юғары тиҙлектә ҡыуырға ынтыла. Яңы ҡоролмалар ҡуйыу машина йөрөтөү культураһын барлыҡҡа килтереү өсөн,ә штрафтар йыйыу өсөн түгел, тине Башлыҡ. “Юл ҡағиҙәләрен һәм тиҙлек режимын боҙмағыҙ. Зинһар, быны миссия кеүек ҡабул итегеҙ”, — тине Радий Фәрит улы.






Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға