«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өйҙә йылан, крокодил аҫырарға рөхсәт итмәйәсәктәр



08.07.2019 Өйҙә йылан, крокодил аҫырарға рөхсәт итмәйәсәктәр

Рәсәй Хөкүмәтендә өйҙә аҫырарға ярамаған хайуандар исемлеген раҫлағандар. Бында барыһы 33 төр хайуан ингән. Уларҙың күбеһе кеше ғүмере өсөн хәүеф тыуҙырған, өй шарттары улар өсөн тура килмәгән йәнлектәр. Мәҫәлән, гөбөргәйелдәрҙең ҡайһы бер төрө, крокодил, ағыулы һәм быуар йыландар, бегемот, морж, фил, бүре, динго эте, гиена һәм бесәйҙәр ғаиләһенә ҡараған ҡырағай йәнлектәр.


Йорт хайуаны урынына бындай йәнлектәрҙе тәҡдим иткән контрабандистарҙың бизнесы сәскә ата. Ҡырағай хайуандарҙы дөрөҫ тәрбиәләмәү арҡаһында уларҙың теркәлгән үлем осрағы йөҙәрләгән. Шулай уҡ үрмәкселәрҙең һәм рептилияларҙың фатирҙан ҡасыуы киң таралған күренеш.


Яңы закон 2020 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инәсәк. Был тыйыуҙар цирк, зоопарк, океанариум, дельфинарийҙарға ҡағылмай.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға