08.07.2019 Кемдәргә балаларҙы бирәләр бит...
Ярославль өлкәһендә аҫрауға алынған 5 йәшлек баланы ҡапҡа эсендә муйынынан бағанаға бәйләп тотҡандар.
Был турала опека һәм попечителлек үҙәге хәбәр иткән. Үҙәктең хеҙмәткәрҙәре иҫкәртеүһеҙ ғаиләгә тикшереү менән барып, осраҡлы рәүештә генә был хәлде асыҡлаған.
Ғаиләләге һигеҙ баланың етәүһе аҫрауға алынған булған. Әлеге ваҡытта уларҙың барыһын да реабилитация үҙәгенә килтергәндәр. Баланың урамда сылбырҙа тотолоуы буйынса тикшереү бара.
Опекундары, был бала ныҡ гиперәүҙем, үҫешендә тотҡарлыҡ бар, ҡасып сығып, теләнселәп йөрөй, унан башҡа ғаиләләр ошоғаса баш тартҡан, тип аҡлана.
Элек был ғаилә Мәскәүҙә йәшәгән, Юрьевск ауылына яңыраҡ күскән.