«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Рак аҙмаһын әле!



08.07.2019 Рак аҙмаһын әле!

Республикабыҙҙа медицина хеҙмәткәрҙәре пациенттарҙа онкологик сирҙе иртә асыҡлаған осраҡта өҫтәмә аҡса аласаҡ.

Был туралағы ҡарар июлдә үҙ көсөнә инде.

Тикшереү, дауалау мәлендә пациенттарҙа I һәм II стадиялағы рак булыуын асыҡлаған медиктарға һәр осраҡ өсөн 5 750 һум түләйәсәктәр. Премияға участка терапевтары, педиатрҙар, акушер-гинекологтар, гастроэнтерологтар, дерматовенерологтар, кардиологтар, неврологтар, тәү ҡарау онкология кабинетында эшләгән онкологтар, оториноларингологтар, офтальмологтар, пульмонологтар һәм башҡа табип-белгестәр, шулай уҡ фельдшерҙар, акушерҙар, ҡатын-ҡыҙҙы ҡарау кабинетының шәфҡәт туташтары дәғүә итә ала. Улар ҡуйған диагноз онколог тарафынан раҫланырға тейеш.

Әлегә был аҡсалата дәртләндереү 2019 йылдың 31 декабренә тиклем ҡаралған.

Был сара "Һаулыҡ һаҡлау" милли проект сиктәрендә атҡарыла.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға