«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Төнгө монитор" ғәйепле...



05.07.2019 "Төнгө монитор" ғәйепле...

Ҡараңғыла мониторға текләп ултырһаң, һимерерһең. Ғалимдар шундай һығымтаға килгән.

Бер уйлаһаң, был бөтөнләй логикаға һыймай кеүек. Тик белгестәр әйтә бит.

РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының профилактика медицинаһы буйынса штаттан тыш балалар белгесе Ләйлә Намаҙова-Баранова белдереүенсә, төндә телевизор йә компьютер экранының “ялпылдап” тороуы артыҡ ауырлыҡҡа килтереүе ихтимал. Ә бына яҡтыртҡыстар ундай зыян яһамай.

Гаджеттарҙың мониторы ҡараңғыла айырыуса кире йоғонто яһай икән. Хәйер, улар көндөҙ ҙә балаларға зыянлы. Мәҫәлән, бәпестәргә телефон экранынан мультик күрһәтергә әүәҫләнеү йә гиперактивлыҡҡа йә иғтибар дефициты синдромына килтереүе мөмкин.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға