05.07.2019 Полицияның һәм хәрбиҙәрҙең эш хаҡтары арта
Һөйөнсө! РФ Хөкүмәте Премьер - министры Дмитрий Медведев 1 октябрҙән хәрбиҙәрҙең һәм хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Хәрби хеҙмәттә булғандарҙың, Росгвардия, янғын һүндереү хеҙмәте, таможня, эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡтары 4,3 процентҡа күтәреләсәк.