«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һарымһаҡ уҡтарынан ҡабымлыҡ



05.07.2019 Һарымһаҡ уҡтарынан ҡабымлыҡ


Һарымһаҡтың уңышы булһын өсөн уҡтарын өҙөп алыр мәл етте. Уңған хужабикәләр был йәшел массаны ташламай. Ҡышҡылыҡҡа төрлө тәмләткестәр эшләй, тоҙлап ҡуя. Түбәндәге ҡабымлыҡ та һеҙгә оҡшар, моғайын.

Маринадланған һарымһаҡ уҡтары

Ярты литрлы 6 банка өсөн 1 кг һарымһаҡ уҡтары, 2 л һыу, 3 аш ҡалағы тоҙ, 3 аш ҡалағы шәкәр, хуш еҫле борос, 3 лавр япрағы, 9 процентлы аш һеркәһе кәрәк.
Һарымһаҡ уҡтарын 5-10 см итеп турап сығырға. Уларҙы стерилләнгән банкаларға һалып, өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоп , 10 минут тоторға. Һыуын кире түгеп, маринад әҙерләргә. 2 литр һыуға 3 аш ҡалағы тоҙ һәм шул уҡ күләмдә шәкәр алына. Банкаларға яртышар лавр япрағы, 2 хуш еҫле борос һалырға ла, эҫе маринадты ҡойорға. Һәр банкаға һуңынан 1 аш ҡалағы аш һеркәһе һалып, тимер ҡапҡастар менән ябырға.
Ҡышҡылыҡҡа бына тигән ҡабымлыҡ әҙер.





Автор: Зөһрә Йәһүҙина әҙерләне
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға