05.07.2019 Зубков менән Воевода «алтын»һыҙ ҡалды…
2014 йылда уҙған Сочиҙағы Ҡышҡы Олимпия уйындарының чемпионы, Рәсәй бобслеистары Александар Зубков менән Алексей Воевода допинг ҡулланыуҙа ғәйепләнеп, исемдәренән мәхрүм ителгәйне.
Һәм бына яңыраҡ Халыҡ-ара Олимпия комитеты уларҙың наградаларын тартып алып, уйындарҙа икенсе урын алған Швейцария спортсыларына тапшырҙы. Уйындарҙа өсөнсө булған АҠШ бобслеистары «көмөш»лө булһа, латыштар «ағас» миҙалын «бронза»ға алмаштырҙы.