«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бесәй менән йоҡлау - хәүефле!



04.07.2019 Бесәй менән йоҡлау - хәүефле!

Бесәй менән йоҡлау - үтә хәүефле, тип киҫәтә табиптар. Был киҫәтеүгә ҡолаҡ һалыусы булһа ярар ине.

Күптәр бесәй менән ҡосаҡлашып йоҡлауҙы әллә ни күрә. Ә был, табиптар асыҡлауынса, бик алама ғәҙәт, сөнки бесәйҙәрҙең кешегә бабасыр (глисты), лишай, хламидиоз, токсоплазмоз, сальмонеллез, туберкулез, туляремия кеүек сирҙәрҙе йоҡтороуы ихтимал.

Тап бесәйҙәр күҙәнәк эсендә урынлашҡан Toxoplasma gondii исемле паразитты йөрөтә һәм тарата, ә ул иммунитеты ҡаҡшаған кешеләргә, бигерәк тә балаларға оло хәүеф менән янай: мәҫәлән, паразит кеше организмына үтеп инеп, шизофрения сиренең үҫешеүен 50 процентҡа арттыра, ти Копенгаген университеты дауаханаһы табиптары.

Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ: бесәй сәләмәт кеүек тойолһа ла, ул әллә күпме сирҙәрҙең сығанағы булып ҡала, шуға ла шәхси гигиена талаптарын күҙәтеү кәрәк.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға