04.07.2019 Китапханасылар менән бергә тыуған яҡты өйрәнеү
Учалы районының Илсеғол ауыл китапханаһы хеҙмәткәрҙәре Рысай ауылы китапханасыһы менән бергә әҙәби-крайҙы өйрәнеү кисәһен үткәргән. "Китапханасы Эльвира Сиражетдинова "Илһам шишмәләре" төркөмөн дә алып килеп, сараны йәмләне", - тип хәбәр итә Гөлшат Нәсибуллина.
Кисәнең тәүге өлөшөндә Эльвира Рәдиф ҡыҙы "Сейәле тау" тураһында, уның мөғжизәләре хаҡында һөйләгән. "Күмәс" тауы легендаһын Нәфиә Бузыкаева бәйән иткән.
Сараның икенсе өлөшөн Гөлшат Нәсибуллина дауам итеп, республикабыҙҙың 100 йыллығына арналған китаптар менән таныштырған.
Артабан эстафетаны иң әүҙем китап уҡыусыларҙың береһе Сәриә Мортазина күтәреп алып, башҡорттарҙың милли ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары тураһында һөйләп, башҡорт халыҡ йыры "Ғайса"ны башҡарған.
Тыуған яҡты өйрәнеүгә, рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлауға үҙ өлөшөн индергән китапханасыларҙың, китап уҡыусыларҙың, әүҙемдәрҙең булыуы беҙҙе, әлбиттә, ҡыуандыра ғына!