«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Милли проект ғәмәлгә ашырылһа, юл фажиғәләре кәмейәсәк



05.07.2019 Милли проект ғәмәлгә ашырылһа, юл фажиғәләре кәмейәсәк

Башҡортостанда ошо йыл аҙағынаса юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы теркәүсе 527 фотовидеокомплекс ҡуйыласаҡ. Был турала "Фейсбук"та БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров яҙған.

Уның белдереүенсә, республикала юлдарҙағы фажиғәләрҙе бөтөрөү өсөн планлы рәүештә эш алып барыла.

«Только за эту неделю смонтировали 57 новых камер на федеральных дорогах. Еще раз: мы это делаем не для того, чтобы мешать вам жить и кататься с ветерком, а для того, чтобы спасти ваши жизни. И первые результаты уже есть. У нас по первому полугодию — на 71 аварию меньше, чем год назад, на 78 раненых меньше, на два погибших меньше. Понятно, что мы занимаемся и качеством дорог, и борьбой с пьянством за рулем. Но есть прямая зависимость: больше камер — меньше погибших», — тип яҙған Радий Хәбиров.

Беләһегеҙ, "Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проект ғәмәлгә ашырыла. Уға ярашлы, Башҡортостанда 6000 км автомашина юлы төҙөкләндерелә, юл фажиғәләрендә һәләк булыусылар һанын 3,5 процентҡа кәметеү, Өфөлә яңы күперҙәр һалыу күҙаллана.

Яңы автомобиль юлдары төҙөүгә быйыл республика федераль ҡаҙнанан 5,2 миллиард һум аҡса аласаҡ. Алты йылда бөтәһе бүленгән аҡса суммаһы 33,5 миллиард һум буласаҡ. Республика бюджетынан 17 миллиард һум йүнәлтелә.

Башҡортостанда Р-240, Өфө - Ырымбур, автомобиль юлын реконструкциялау проектын ғәмәлгә ашыра. Юл Стәрлетамаҡ янынан киңәйтелә.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға