«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңы йөрәкте ике йыл көткән



04.07.2019 Яңы йөрәкте ике йыл көткән


Республика кардиология диспансерында 60 йәшлек иргә ошо көндәрҙә йөрәк күсереп ултыртҡандар. Был - дауаханала органды күсереп ултыртыу буйынса 22- се операция.
Яңы йөрәкте Марат ике йыл көткән. Ир бер ҡасан да һаулығына зарланмаған. 2014 йылда медицина тикшеренеүе үткәндә һаулығында тайпылыштар булыуы асыҡланған. Физик көсөргәнештән һуң тын алыуы ауырлашҡас, табиптар уға йөрәгенең ҙурая барыуын әйткән.
Операцияны биш сәғәт дауамында яһағандар. Пациент үҙен һәйбәт тоя.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Т. АМАНОВ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға