«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡайҙа иң күп эшһеҙ?



04.07.2019 Ҡайҙа иң күп эшһеҙ?

Был йылдың тәүге биш айында республикала 23 198 кеше рәсми эшһеҙ һаналған. БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында кешенең ни сәбәптән эштән китеүен тикшергәндәр.

Эштән китеүҙең иң таралған сәбәбе - үҙ теләге менән икән. Эшһеҙҙәрҙең 61,6 проценты шулай киткән. Артабан ҡыҫҡартылыу йә учреждение бөтөрөлөү сәбәбе тора - 12,2 процент. Өсөнсө урында - ике яҡлы килешеү буйынса (8,3 процент).

Башҡортостандың ҡайһы төбәгендә эшһеҙҙәр күп икәне лә билдәле: Ағиҙел (бөтә эшһеҙҙәрҙең 5,59 проценты), Межгорье (2,73) ҡалаларында, Шишмә һәм Балаҡатай райондарында.

Эшһеҙлектең иң түбән күрһәткесе Сибайҙа, Октябрьскийҙа һәм Бөрөлә.

Иғтибар итегеҙ: был мәғлүмәт рәсми теркәлгәндәр иҫәбе буйынса. Ә теркәлмәй эшһеҙ йөрөүселәр күпме икән?





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Т.АМАНОВ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға