04.07.2019 Биш бала әсәһе үҙ-үҙенә ҡул һалған
Әсә кеше эсһә, тормош бармай. Донъя тотҡаһы - ғаилә усағын һаҡлаған ҡатын- ҡыҙ. Эскән ата- әсәнән иң беренсе тәрбиә күрмәгән балалар зыян күрә.
Баймаҡ районында биш бала әсәһе 31 йәшлек ҡатын үҙ- үҙенә ҡул һалған.Был көндө ул туғанында ҡунаҡ булып, уның менән ирешеп, һуғышып ҡайта. Ҡунаҡ итеүсе полицияға ғариза яҙа. Ҡатынға ҡайтҡас, иренән дә эләгә. Иҫерек баштан әсә кеше сығып аҫылына. Ул ошоға тиклем дә эске менән мауыҡҡан, ирен дә үләм тип ҡурҡытып йөрөгән.
Биш баланың әсәйһеҙ етем ҡалыуы йәл. Уларға, ниндәй генә булмаһын, әсәй кәрәк.