«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Үбешергә яратаһығыҙмы?



04.07.2019 Үбешергә яратаһығыҙмы?

Бөгөн Бөтә донъя үбешеү көнө. Ярай әле бер йылда 365 көн бар, юҡһа, был тиклем дә ҙур "байрам"дарҙы ҡайҙа ҡуйып бөтөр инек.

Әлеге үбешеү көнө алдынан Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәге (ВЦИОМ) һорашыуҙар ойошторған. Үбешергә яратаһығыҙмы? Ирҙәр ирҙәрҙе дуҫтарса үбә аламы? Ә ҡыҙҙар ҡыҙҙарҙы?

Һөҙөмтәләр буйынса шулар асыҡланған: Рәсәй халҡы, ғөмүмән, әп итешергә ярата. Һорашыуҙарҙа ҡатнашыусыларҙың 52 проценты шулай яуаплаған. 38 проценты яратмай.

Кешеләрҙең 11 проценты ир-егеттәр араһында дуҫтарса үбешеү мөмкин, ти. Яңаҡтанмы, биттәнме шунда. Һәр хәлдә "воздушный поцелуй" ҙа ярайҙыр.

Ә бына ҡатын-ҡыҙҙар осрашҡанда бер-береһен үпәсләһә ярай. Респонденттарҙың 60 проценты шулай уйлай. Ошо уҡ күләмдәге кеше ир менән ҡатындың да дуҫтарса үбешеүен хуплай.

Күп илдәрҙә осрашҡанда үбешеү ғәҙәти хәл. Беҙҙә иһә ололар, кит, урыҫҡағошап, тип тә әрләй йәштәрҙең "суп та суп" үбешеүен күрһә.








Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға