«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Иғтибарһыҙлыҡ бәләгә килтерә



03.07.2019 Иғтибарһыҙлыҡ бәләгә килтерә


Руль артына ултырыу өсөн автомобиль йөрөтә белеү генә түгел, иғтибарлы булыу, тиҙлекте арттырмау ҙа кәрәк.
Иглин районынынң Түбәнге Ләмәҙ ауылында «ВАЗ-2109» автомобиле менән идара иткән 16 йәшлек егет боролошта 79 йәшлек әбейҙе тапата. Пенсионер алған йәрәхәттәрҙән дауаханала йән бирә.
Билдәле булыуынса, быйыл 9-сы синыфты тамамалаған егет былтыр иҫәптән төшөрөлгән машинаға идара иткән. Водитель таныҡлығы алырға уның әле йәше лә етмәгән.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: БР буйынса Дәүләт автоинспекцияһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға