«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Аргентина менән Месси йәнә «ҡоланы..»



03.07.2019 Аргентина менән Месси йәнә «ҡоланы..»

Футбол буйынса Америка кубогының ярымфиналында Бразилия командаһы Аргентинаны 2:0 иҫәбенә алдырып финалға сыҡты.
Улар төп приз өсөн Чили һәм Перу футболсылары араһындағы еңеүсе менән алышасаҡ. Чили тигәндән, улар һуңғы ике беренселектә алдынғылыҡты биргәне юҡ. Ә бына Аргентина уйынсылары һуңғы ун чемпионатта дүрт тапҡыр (2004, 2007, 2015, 2016 йылдар) финалға сығып та, еңеү байрам иткәне булмай. Шулай ҙа улар бәйгенең 14 тапҡыр еңеүсеһе булып һанала. Үҙ тарихында һигеҙ тапҡыр Америка кубогын яулаған Бразилия ла 2007 йылдан алып төп призды баш осонда күтәргәне юҡ. Ә инде чемпионлыҡ буйынса Уругвай командаһына етеүсе юҡ. Улар уға 15 тапҡыр лайыҡлана.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға