«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Подъездарҙы ремонтлау сифаты буйынса ялыуҙар күп



02.07.2019 Подъездарҙы ремонтлау сифаты буйынса ялыуҙар күп

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров күп фатирлы йорттарҙың подъездарын ремонтлау буйынса алып барылған эштәрҙән ҡәнәғәт түгел.

Был хаҡта ул Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә белдерҙе. Программаны ғәмәлгә ашырыуҙы тәнҡитләп, республика етәксеһе төбәк операторы урынбаҫарҙарын ҡыуырға ҡушты.

«Программу, которая призвана сделать жизнь наших людей лучшей, начали безобразно. График производства работ сорвали в два раза. 1123 подъезда уже должны быть отремонтированы, по факту сделана половина. Я считаю, что это ЧП, — заявил Радий Хабиров на оперативном совещании в республиканском правительстве. — Кто этим занимается? Региональный оператор? А что насчет 300 миллионов аванса, на которые Региональный оператор выделил деньги? Мне дословно имя-отчество этого гражданина, который выделял эти деньги. Упаси Господи, если эти деньги куда-то уйдут! Сколько замов у Регоператора? Семь? Представьте мне предложения, зачем нужны эти семь замов. Разгоните их всех. Я уверен, что зарплата у них побольше здесь сидящих министров. Прошу навести кадровый порядок», - тине Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе подъездарҙа ремонт сифаты буйынса халыҡтан ялыуҙар күп килгәнен белдерҙе. Ә бит аҡса етерлек бүленгәйне.

Быйыл программа буйынса 1374 күп фатирлы йорттағы 4000 подъезды ремонтларға кәрәк. шуларҙың 1288-е Өфөлә.
Эштәр 1 ноябргәсә бөтөргә тейеш.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Башинформ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға