01.07.2019 50 мең тамашасы, 700 артист, 12 лазер...
- Был минең тыуған ерем һәм халыҡ татыу, бай, бәхетле йәшәһен өсөн барыһын да эшләйәсәкмен, - тине БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ишембай ерендәге "Торатау йыйыны"нда.
Сағыу, матур милли байрамдың һуңында барыһына ла лазер шоуы оҡшағандыр, моғайын. Ошонда уҡ ҙур концерт та булды. Унда беҙҙең билдәле һәм талантлы артистар сығыш яһаны.
Республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова кисә үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенә былай тип яҙып, һығымта яһап ҡуйҙы:
"Статистика "Торатау йыйыны": 50 тысяч зрителей, более 700 артистов, 100 кв.м экранов, 200 кВт звука, 20 зенитных прожекторов, 12 лазеров, 200 мощных световых "голов". Кто знает - в каких единицах можно измерить драйв и рух, особенно когда они зашкаливают?"
Был байрамда шулай уҡ "Ырыуҙар ташы" мемориал комплексы торасаҡ урынға сәскәләр һалынды. Әйткәндәй, ул оҙаҡҡа һуҙылған төҙөлөш - нигеҙ 2010 йылғы Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында һалынғайны. Бик тырышҡанда һәм теләк булғанда эште тиҙ бөтөрөргө мөмкин.