01.07.2019 Гөрләп үтте батыр йыйыны
29 июндә Салауат районында "Салауат йыйыны" үтте.
Быйыл фольклор байрамы милли батырыбыҙҙың тыуыуына 265 йыл тулыуға арналды. Ул "Илебеҙгә Салауат" исемле театрлаштырылған тамаша менән башланып китте. Унда 150-нән артыҡ артист ҡатнашты.
Йыйында социаль селтәрҙә март айында уҡ башланған "Салауат әйтеше" конкурсына йомғаҡ яһалды. Гран-приҙы Баймаҡ районынан Әкрәм Ҡәйепҡолов яуланы. Ә Флорис Ғайсин менән Фәүзиә Ҡотлогилдинаға "халыҡ сәсәне" дипломы тапшырылды.
«"Салауат йыйыны батыры" конкурсы 18 – 27 йәшлектәр араһында уҙғарылды. Улар үҙенең кейеме хаҡында һөйләргә, шәжәрәһен, ырыуы батырҙарын, тамғаһын, ҡошон, ағасын, оранын белергә, халыҡ йырын башҡарырға, ҡурай йәки башҡа башҡорт милли музыка ҡоралында уйнарға тейеш ине. Шулай уҡ ярыш төрҙәрендә Салауат Юлаевтың шиғырҙарын ятлау, халыҡ бейеүен башҡарыу, милли көрәш, уҡ атыу булды. Еңеүсе Айназ Низаметдиновты ойоштороусылар башҡорт юртағы менән бүләкләне.
Йыйын программаһына "Салауат уғы" асыҡ район турниры, тирмәләр конкурсы, "Көмөш өҙәңге" күргәҙмә-йәрминкәһе үтте.