«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Рәсәйҙә бөгөндән нимәләр үҙгәрҙе?



01.07.2019 Рәсәйҙә бөгөндән нимәләр үҙгәрҙе?

Дүшәмбенән яңы тормош башлайбыҙ. Үҙгәрештәрҙе ҡарап үтәйек:

- Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡ арта
Республика буйынса уртаса 2%.

- Төҙөүселәр "дольщик"тарҙан аҡса ала алмай
Хәҙер һатып алыусыларҙың аҡсаһын төҙөлөшкә һалырға ярамай, фатир файҙаланыуға тапшырылғансы улар банкта һаҡлана. Шулай итеп, яңы «алданған өлөшсөләр» булырға тейеш түгел

- Балаларға пособиелар арта
Эшләмәгән, инвалид бала йәки бала саҡтан беренсе төркөм инвалидын тәрбиәләгән ата-әсәләр (опекундар) арттырылған айлыҡ түләү алырға тейеш. Айына 5,5 мең һум урынына - 10 мең һум.

- Власть һәм нефть компаниялары араһында нефткә хаҡты күтәрмәү тураһында килешеү ғәмәлдән сыға.
Уҙған йылдың аҙағында бензинға һәм дизель яғыулығына хаҡтың ҡапыл артыуы сәбәпле ошондай килешеү төҙөлгәйне. Апрелдә уны тағы өс айға оҙайтырға ҡарар ителде. Хөкүмәт өсөнсө тапҡыр оҙайтырға йыйынмай. Бензин-дизелгә хаҡтар ныҡ артасаҡ.

- Грузияға осоу тыйыла
8 июлдә Грузияға пассажирҙар ташыуҙы тыйыу тураһында указ үҙ көсөнә инә. Күрше илдә башланған тәртипһеҙлектәргә бәйле Владимир Путин шундай ҡарар ҡабул итте





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға