01.07.2019 Беҙҙекеләр немец малайын ҡотҡарған
Төркиәлә Башҡортостандан ял иткән табиптар ғаиләһе биш йәшлек немец малайын ҡотҡарған. Бала бер үҙе генә бассейнда йөҙөп йөрөп, һыу төбөнә төшөп китә. Уны ололар күреп ҡалып, һыуҙан сығара. Быны күреп ҡалған ирле- ҡатынлы табиптар балаға ярҙамға ашыға. Ире баланы салҡан һалып,тын юлдарынан һыуын сығара, ҡатыны реанимация саралары күрә. Бала ,йөрәге эшләп китеп, тын алып ебәрә. « Ашығыс ярҙам» табиптары килгәс кенә, малайҙың ата- әсәһе килеп етә.
Тәрән һыу булған урында нисек баланы ҡалдырып китмәк кәрәк? Ҡайҙа ғына йөрөһәгеҙ ҙә, балаларҙы күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ!