«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Владимир Путин Иркутск бәләһе буйынса күрһәтмә бирҙе



01.07.2019 Владимир Путин Иркутск бәләһе буйынса күрһәтмә бирҙе

Рәсәй Президенты Иркутск өлкәһендәге ташҡын һәм һыу баҫыу һәләкәте буйынса күрһәтмәләр бирҙе.

Ишеткәнһегеҙҙер, ул өлкәлә 25 июндән алып ямғырҙар яуыу арҡаһында күп тораҡ пунктты һыу баҫҡан. Етмәһә, Көнсығыш Саян тауҙарында ҡар ирей башлаған. Быныһы - икеләтә бәлә. 2000-гә яҡын йортто һыу баҫҡан, халыҡты күсереү һаман дауам итә. Меңдәрсә кеше утһыҙ, элемтәһеҙ ҡалған. Юлдарға - 800, ауыл хужалығына 300 миллион һум зыян килгән. 600-ҙән ашыу мал һәләк булған.

Рәсәй Президенты етәкселегендә Братск ҡалаһында кәңәшмә үтте. Бында халыҡҡа ярҙам итеү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Владимир Путин уның үтәлешен даими контролдә тотасағын белдерҙе. 3 июлдә тағы ла ошо һәләкәткә бәйле кәңәшмә ойоштороласаҡ.

Ә синоптиктар Иркутск өлкәһенә тағы ла ҙур тулҡын ябырыласағын фаразлай. 6 - 7 июлдә ҡойма ямғыр арҡаһында ташҡын булыуы ихтимал.

Владимир Путин оборона министры Сергей Шойгуға ташҡынға ҡаршы көрәштә әгәр кәрәк булһа армияны ла файҙаланырға ҡушты.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Кремлин.ру


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға