28.06.2019 Сәйғәфәрҙәр уңған һәм берҙәм!
]
Афарин!
Баймаҡ районының Сәйғәфәр ауылы халҡы заман ауырлығына, аҡса юҡлыҡҡа һылтанып ятмай, үҙҙәренең көсө һәм ауылдан ситтә йәшәүсе ауылдаштары ярҙамы менән тыуған ауылдарын төҙөкләндереү, йәшәү шарттарын яҡшыртыу буйынса әүҙем эш алып бара. Бер нисә йыл элек «Урындағы инициативаларҙы бойомға ашырыу» проектында ҡатнашып, ДТ-75 тракторы алып ҡыуанғайнылар. 2018 йылда ошо уҡ проектҡа яңынан ҡушылып, ауыл мәктәбенең тәҙрәләрен яңырттылар. Быйыл иһә «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамына әҙерлек сиктәрендә ауыл урамдарының юлын төҙөкләндерҙеләр. Бынан тыш, 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә һәйкәл асылды. Унда яҡын-тирә ауылдарҙан һуғышҡа киткән яугирҙәрҙең исем-фамилиялары индерелгән. Уның авторы – Фирғәт Истәков.
Ауыл егеттәренең тырышлығы һәм уңғанлығы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән «Мин Сәйғәфәрҙе яратам!» арт-объекты ла ауылға йәм биреп ултыра. «Афарин!» тиеүҙән башҡа һүҙ юҡ. Иң мөһиме, һәр кем ҡулынан килгәнсә үҙ өлөшөн индерергә тырыша, хатта ауылдан күптән сығып киткәндәр ҙә ситтә ҡалмай. Ауылдаштарым гел шулай берҙәм булып ҡалһындар, уларҙың уңғанлығына ҡарап ҡыуанырға ғына яҙһын.