28.06.2019 Туйҙарҙа иғтибарлы булығыҙ, зинһар!
“Эс, эс давай! Тот, тиҙәр, һиңә! Йәштәр һаулығына!” – ҡоҙа-ҡаҙасаларҙың бер-береһен көсләшеүе, рюмканы ауыҙына терәп тиерлек ҡыҫтауы, эй-й... “Тегеләрҙе иҫертеп ҡайтарайыҡ!” – йәнәһе, ҡаршы яҡты лаяҡыл итеп ҡайтарыу батырлыҡ. Рулдәмен тигән ҡунаҡтың да иблисләнеп өҫтөнә менеп баралар, намыҫлашып ҡоҙа һыйлайҙар, әйтәгүр.
Бөгөн таңда Баймаҡ районында аварияға осраған машинаның водителе туйҙан ҡайтып килгән булған. 21 йәшлек егет иҫерек булыуы арҡаһында юлдан төшөп киткән һәм машина әйләнгән. Уның янындағы 28 йәшлек ағаһы һәләк булған. Ә үҙе дауаханаға оҙатылған. Егеттәр ағаларының туйын туйлап йөрөгән булған.
Күҙегеҙгә аҡ-ҡара күренмәй, ҡаршы яҡтың ауыҙына рюмка терәп “һыйлаған” саҡта, ниндәй эҙемтәләр булыуы мөмкин, саҡ ҡына уйланһағыҙсы! Эсмәгән кеше лә ҡыҫтауға бирешеүе бар!
Туй дауам итер урынға — йыназа...