«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Владимир Путин Армияға барып ҡайтты



28.06.2019 Владимир Путин Армияға барып ҡайтты

Рәсәй Президенты Владимир Путин "Армия - 2019" халыҡ-ара хәрби-техник форумында булды.

Ил башлығы тәүҙә ҙур күргәҙмәне ҡараны. Бында хәрби өлкәләге заманса эшкәртмәләр, юғары технологиялы махсус хәрби техника өлгөләре ҡуйылғайны.

Президент байтаҡ ҡына килешеүҙе лә имзаланы.

Бишенсе тапҡыр үткәрелгән әлеге форум ("Армия - 2019") 1300 предприятие вәкилен бер ергә тупланы. Биш көн эшләйәсәк был халыҡ-ара сара. Сит илдәрҙән дә 100-гә яҡын делегация килгән.

Форумдың ғилми-эшлекле өлөшөндә 170 самаһы сара ҡаралған. Темаһының ҡайһы тармаҡҡа ҡағылышлы булыуын әйтеп тораһы түгел. Иң актуаль мәсьәләләр күтәреләсәк бында. Владимир Путин уңыштар теләп китте.






Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Кремлин.ру


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға