27.06.2019 Дзюба һәм уның «Зенит» клубы баһаланды
]Рәсәй футбол союзы уҙған миҙгел һәҙәмтәһе буйынса илебеҙҙең иң шәп футболсыһын асыҡланы.
Уға Рәсәй йыйылма командаһы һәм «Зенит» клубы һөжүмсеһе, билдәле Артем Дзюба лайыҡланды. Дзюба 2015 йылдан алып Питерҙа сығыш яһай. Уҙған миҙгелдә ул «Зенит» составында 8 туп индереп, 10-нда уға булышлыҡ итә. Донъя беренселегендә Рәсәй йыйылма командаһы составында 3 тапҡыр уңышҡа өлгәшеп, 2 тапҡыр гол индереүҙә ҡатнаша.
Шулай уҡ иң яҡшы клуб булып «Зенит» таныла һәм уның тренеры Сергей Семак та баһаланып, иң өлгәшкәне булып билдәләнде.