27.06.2019 Сығарылыш класс уҡыусыларына - ҡәбер ташы кеүек торт
Иларғамы, көлөргәме - Красноярск ҡалаһының 143-сы мәктәбендә уҡыуҙы тамамлаған 11-се класс уҡыусыларына һәм ата-әсәләренә үҙенсәлекле торт бүләк иткәндәр. Унда һәр бер киҫәккә уҡыусының фотоһы төшөрөлгән пластина беркетелгән булған. Тик йыйылыусыларҙың күбеһе тәмлекәсте ашамай, үсегеп сығып киткән.
Туйып һикерәләр тиерһегеҙме? Юҡ, торт киҫәктәре ҡәбер ташына оҡшаған тигәндәр. Етмәһә егеттәр өсөн тигәне зәңгәр, ҡыҙҙарҙыҡы алһыу крем менән биҙәлгән. Ә йәмғиәтебеҙҙә зәңгәр төҫтө һәм уны ир-егеттәргә арнауҙы бик өнәп еткермәйҙәр.
"Дети называют это могилами с надгробием. Это ужасно! Это школа! У детей должна быть радость в связи с получением аттестатов! А их с могилами ассоциируют! Тут у любого нормального человека волосы дыбом встанут. Этика и мораль вообще отсутствуют", - тигән низағ тураһында бер әсә кеше.
Ә бына мәктәп директоры киреһен һөйләй. "Торт уҡыусыларға оҡшаны, ата-әсәләре генә аңлап етмәне" тигән.