«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ғүмерле булғыры...



26.06.2019 Ғүмерле булғыры...

Тывала Александр исемле ир кеше бер ай буйы айыу өңөндә ятып та, тере ҡалған.

Айыу уға һөжүм итеп, ботарлап ташлағас, һуңынан ашар өсөн яртылаш күмеп ҡуйған (был йыртҡыстың аҙыҡты еҫләндереп ашарға яратҡаны мәғлүм)...

Умыртҡаһы һынған, башҡа төрлө йәрәхәттәр алған ирҙе һунарсыларҙың эте тапҡан.

Ул ҡот осҡос ауыр хәлдә булған. Нисек тере ҡалғанына аптырарһың. Ҡайһы бер мәғлүмәт сығанаҡтары хәбәр итеүенсә, ул үҙенең һейҙеген эсеп һыуһынын ҡандырырға маташҡан, нимә ашағаны билдәһеҙ. Әлеге ваҡытта ир дауаханала.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға