«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Янғын извещателе ғүмерҙәрҙе һаҡлай



26.06.2019 Янғын извещателе ғүмерҙәрҙе һаҡлай

Бөгөн Учалы районының Иҫке Байрамғол ауылында янғын ҡупҡан. Йорт яна башлағанда, эстә хужабикә булған. Ул түбәгә нығытылған аппараттың әсе сыйылдауын ишетеп ҡалып, тышҡа сығып өлгөргән.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса идаралығында белдереүҙәренсә, янғын иҫкәрткестәре 119 кешенең ғүмерен һаҡлап ҡалған. Уларҙың араһында 68 бала бар.

21 июнь төнөндә Миәкә районында дүрт кеше приборҙың сигналына уянып, уттан сығып өлгөргән. Бындай осраҡ иртәгеһен дә ҡабатланған. Учалы районында иҫкәрткес тауышы 12 һәм 13 йәшлек ике баланың ғүмерен һаҡлап ҡалған.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға