«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Автомобиль отоусы көрәшсе Илфаҡ Ибәтуллин кемдән ҡурҡҡан?



26.06.2019 Автомобиль отоусы көрәшсе Илфаҡ Ибәтуллин кемдән ҡурҡҡан?

Әбйәлил һабантуйында көрәш буйынса турнирҙың еңеүсеһе Илфаҡ Ибәтуллин төп приз – “Лада – Веста” автомобиле менән бүләкләнде.


Ул Рәсәйҙең төрлө төбәгенән генә түгел, Ҡырғыҙстандан һәм Тажикстандан килгән көрәшселәр менән көс һынашып, 60 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында беренселекте берәүгә лә бирмәне. Был категориянан башҡа — 70, 80, 90 һәм 100 килограмға тиклем еңеүселәр ҙә булды. Ниңә автомобиль тап Илфаҡҡа эләкте тиһегеҙме? Сөнки машина хужаһын лототрон ярҙамында асыҡланылар. Спортсыларҙың исеме яҙылған кубиктар осраҡлы рәүештә һайланды.


- Төп бүләк- автомобиль минеке икәнен белгәс, бәхеттең етенсе ҡатында инем, шатлығымдан һикерергә тотондом. Аҙаҡ егеттәр мине күтәреп һауаға сөйә башланы, мин бит иң бәләкәйе, иң еңеле. Ә улар бөтәһе лә юғары ауырлыҡта, бейек кәүҙәле, аҫҡа - өҫкә осҡанда миңә ныҡ ҡурҡыныс булды, — тип һөйләгән Илфаҡ “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһенә. Егет Өфөләге 14-се спорт мәктәбендә грек-рим көрәше буйынса тренер булып эшләй.

Өфөгә ул ике машина менән ҡайтҡан: үҙе - яңыһында, ә дуҫы - иҫкеһендә.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға