26.06.2019 Мал аҙығы әҙерләү дауам итә
25 июнгә ҡарата республикала 152 мең гектарҙа күп йыллыҡ үләндәр сабылған. Был дөйөм күләмдең 35 проценты.
Дөйөм алғанда Башҡортостанда 79 мең тонна бесән әҙерләнгән һәм 263 мең тонна сенаж һалынған. Һәр шартлы баш малға 2,8 центнер аҙыҡ берәмеге әҙерләнгән. Мал аҙығы туплауҙа Борай районы алдынғы: бында 8,8 ц аҙыҡ берәмеге тура килә.