25.06.2019 Дүрт көнлөк эш аҙнаһын халыҡ көтмәй
Иҫләйһегеҙҙер әле, бер-ике генә аҙна элек дүрт көнлөк эш аҙнаһына күсеү ихтималлығы хаҡында һүҙ таралғайны. Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен белешеүсе үҙәк (ВЦИОМ) йәһәт кенә һорашыуҙар ҙа ойошторҙо.
Һөҙөмтәләр буйынса халыҡтың тик 29 проценты ғына аҙнаһына дүрт көн эшләүҙе хуплай. 48 проценты кире фекерҙә. Бер эш көнөн ҡыҫҡартыу хеҙмәт хаҡында ла сағылыш табасаҡ, былай ҙа ҙур булмаған "зарплата"лар тағы кәмеһенме ни, тип ризаһыҙлыҡ белдерә кешеләр.
Етештереү күләме лә төшәсәк. Быға 60 процент кеше ышанһа, Мәскәү һәм Санкт-Петербургтыҡылар, шулай уҡ ҡаласаҡ, ти.
Беҙҙең күптәнге авторыбыҙ, Мәләүез районының Ҡотош ауылында йәшәгән Зөфәр Алтынсура ла үҙ фекерен белдерҙе.
"Тормошҡа ашмаҫлыҡ нәмә бит ул дүрт көнлөк эш аҙнаһы. Һәм бигүк аҡыллы булмаған тәҡдим. Офистарҙа эшләүселәргә, бәлки, яҡшылыр ҙа. Ә ауыл хужалығында нимә эшләргә? Уҡытыусылар, табиптар, төҙөүселәр ҙә күсәме? Мәҫәлән, табиптар былай ҙа етмәй. Сменалы эш нисек булыр икән? Минеңсә, бөтөнләй туҙға яҙмаған үҙгәреш буласаҡ ул..."
Йәштәр үҙ фекерен белдерергә ашыҡмай. ВЦИОМ үткәргән һорау алыуҙа уларҙың (18 - 24 йәшлектәр) 35 проценты, миңә барыбер, тигән.
Шулай ҙа аҙнаһына дүрт көн эшләп, өс көн ял итеүҙең ыңғай яҡтарын һанаусылар ҙа байтаҡ. Кеше рәхәтләнеп ял итер, һаулығын нығытыр, ғүмере оҙанайыр, ғаиләһе менән оҙағыраҡ булыр, яратҡан шөғөлөнә лә ваҡыты ҡалыр...