25.06.2019 Рәсәйҙә дефицит һөнәрҙәр исемлеге төҙөләсәк
Был идеяның авторы Дәүләт Думаһы депутаты Виктор Зубарев, исемлек йәштәр араһындағы эшһеҙлекте кәметәсәк, тип иҫәпләй. Ҡытлыҡ кисергән һөнәрҙәр араһында эшсе һөнәрҙәре күп. Был иһә эшсе һөнәренең абруйын арттырасаҡ, ти депутат.
Мәғлүм булыуынса, Рәсәйҙә йәштәр эшсе һөнәрҙәренә өйрәтеүсе урта һөнәри белем биреү йорттарына ҡарағанда, вуздарға өҫтөнлөк бирә. Юғары уҡыу йортон тамамлаусылар, тәжрибәһе булмағанлыҡтан, ҡаршылыҡҡа осрай. Ә эш биреүселәргә эшсе ҡулдар етмәй.
Шулай уҡ Виктор Зубарев, эшсе һөнәрҙәренең абруйын күтәреү өсөн ҙур реклама кампанияһын ойошторорға, урта һөнәри белем биреү учреждениеларының уҡытыу программаһын үҙгәртергә, уҡыу йорттары менән эш биреүселәр араһында ныҡлы бәйләнеш булдырырға кәрәк, тигән тәҡдимдәр менән сығыш яһай.