«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Июлдән инвалид бала ҡарағандарға түләүҙәр арта



25.06.2019 Июлдән инвалид бала ҡарағандарға түләүҙәр арта

1 июлдән инвалид баланың йәки бала саҡтан I төркөм инвалидтың ата-әсәһенә (уллыҡҡа-ҡыҙлыҡҡа алыусыға) йә иһә опекунына (попечителгә) айлыҡ түләүҙең күләме 5500 һумдан 10 000 һумға тиклем арттырыла. Беҙҙә был сумма 11500 һум буласаҡ. Түләүҙәр эшләмәүсе эшкә яраҡлы ата- әсәгә йәки опекунға бөтә тәрбиәләү осорона тәғәйенләнә. Республикала был аҡсаны 11806 ата- әсә, опекун ала. Инвалид бала тәрбиәләгәндәргә стаж бара, пенсияға 1,8 балл өҫтәлә.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға