25.06.2019 БР Башлығының миллиондарса һумлыҡ яңы грант конкурсында ҡатнашығыҙ!
Кисә, 24 июндә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 386-сы ҡарары менән БР Башлығының яңы грант конкурсы тураһында билдәле булды. Ул гражданлыҡ йәмғиәтенең үҫешенә бағышланған һәм унда коммерцияға ҡарамаған ойошмалар (НКО) ҡатнашырға хоҡуҡлы.
Конкурсты Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ойоштора. Дөйөм бюджет 50 миллион һум тәшкил итә.
Гранттар БР Башлығы исеменән түбәндәге номинацияларҙа бирелә:
"Әүҙем республика" – Башҡортостан Республикаһы халҡы файҙаһына атҡарылған йәмәғәт яғынан мөһим проекттар. Улар юридик, социаль, хәйриәлек, ирекмәнлек, илһөйәрлек, тәбиғәтте һаҡлауға, сәләмәт йәшәүҙе һәм спортты үҫтереүгә, ижад һәм мәҙәниәткә, ғаилә мөнәсәбәттәренә, йәштәр һәм балалар менән эшләүгә, хәрәкәт яғынан сикләнгән граждандар мөхитенә арнала.
"Татыу күршеле республика" - быға ихата биләмәләре, ял итеү урындары, спорт майҙансыҡтарын үҫтереү, йәмәғәт хәүефһеҙлеген һаҡлау, балаларҙың йәйге ялы һәм мәшғүле, йәштәр хәрәкәте, мәҙәни-күңел асыу саралары, клуб эштәре, биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү, йәшәүҙең комфортлы мөхитен һәм йәшел зоналарҙы булдырыу инә.
"Татыу республика" – милләт-ара һәм дин-ара татыулыҡты арттырыу, низағтарҙы булдырмау, традицион ҡиммәттәрҙе һаҡлау, илһөйәрлек тәрбиһе, хәйриә акциялары, Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың телен, мәҙәниәтен һаҡлау һәм яҡлауҙы күҙ уңында тота.
Бер ойошма тик бер грантҡа дәғүә итә ала. Проекттарҙы 2019 йылдың 1 ноябренән тормошҡа ашыра башлау ҡаралған. Быға 12 ай ваҡыт биреләсәк.