«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ни өсөн Луиза Хәйруллинаның туғандарын тентегәндәр?



25.06.2019 Ни өсөн Луиза Хәйруллинаның туғандарын тентегәндәр?

Эш урынынан 25 миллион һум аҡса урлап ҡасҡан өлкән кассир Луиза Хәйруллинаға ҡағылышлы мәғлүмәт менән таныштырабыҙ.

Ошо көндәрҙә хоҡуҡ һаҡлаусылар ҡасҡалаҡтың туғандары торлаҡтарын тентегән. Улар Луизаның атаһы, ире Мараттың әсәһе һәм ағаһының фатирҙарында флешкаларҙы, блокноттарҙы алған. Эҙселәр уларҙы тикшереп, енәйәткә әҙерлек кеүек мәғлүмәтте табырға уйлай.

Бынан тыш, Луизаның туғандарынан сикәнең эс яғын ҡырып алып, генетик материал йыйғандар. Был юғалған ғаиләнең эҙенә төшөргә ярҙам итәсәк тиҙәр.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға