«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Мәҫәле халҡы тағы зыян күрҙе



25.06.2019 Мәҫәле халҡы тағы зыян күрҙе

Эҫе көндәрҙән һуң, төбәккә ҡойма ямғыр, йәшен һәм дауыллы ел килде.


Ауырғазы районының Мәҫәле ауылында көслө ел ағастарҙы ҡолатҡан, йорттарға зыян килтергән һәм ауылды утһыҙ ҡалдырған.
Бөгөн ҡотҡарыусылар урамдарҙы ауған ағастарҙан таҙалап, электр утын тоташтырып, урындағыларға ватылған ҡыйыҡтарын ремонтларға ярҙам итәсәктәр.

Әйткәндәй, теүәл алты йыл элек Мәҫәле халҡы дауылдан ныҡ зыян күргәйне.

Һүрәттә: 2013 йылдың июнь айында үткән дауылдан һуң.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: newsbash.ru


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға