24.06.2019 ЗАГСҡа эш артҡан
Башҡортостан « Гражданлыҡ хәле дәүләт акттарының берҙәм дәүләт реестры» федераль мәғлүмәт системаһын тәүгеләрҙән булып индерә башланы. Был ресурста ил халҡы тураһында бөтә мәғлүмәттәр керетелә. Унда ҡағыҙ варианттан 1926 йылдан алып 2018 йылдың 1 октябренә һәм унан һуң төҙөлгән гражданлыҡ хәле акттары( тыуыу тураһында, никах теркәү, үлеү тураһында таныҡлыҡ биреү) индереләсәк. Ошо мәғлүмәттәр буйынса беҙ , ҡайҙа йәшәүебеҙгә ҡарамаҫтан, үҙебеҙгә уңайлы ЗАГС бүлегенән юғалған документтарыбыҙҙы тергеҙә алыу мөмкинлегенә эйә булабыҙ. Хәҙер таныҡлыҡтар ялған булмаһын өсөн уларға QR-код та ҡуйыласаҡ.