24.06.2019 Аҫрау балаларҙы ҡол урынында тотҡанмы?
Пермь өлкәһе буйынса Тәфтиш комитеты 50 йәшлек ҡатынға ҡарата ғәйепләү ҡарарын әҙерләгән: ул йыл ярым буйына аҫрауға алынған алты баланы туҡмаған. Балаларға 11-14 йәш.
Чайковский ҡала округында булған был хәл. Ауыл ерендә йәшәүсе ҡатын балаларҙы даими рәүештә туҡмаған, ауыр физик эш менән булышырға мәжбүр иткән, ял итергә ирек бирмәгән, йүнләп тамаҡтарын да ҡайғыртмаған. Мунса төшмәгән балалар бысраҡ өҫ кейемендә йөрөгән, уларға медицина ярҙамы ла күрһәтелмәгән.
Был турала белеү менән балаларҙы ҡатындан алғандар. Урындағы опека һәм попечителлек хеҙмәткәренә шелтә биргәндәр.
Йыл ярым буйына балаларҙың ниндәй хәлдә булыуын нисек бер кем дә күрмәгән? Мәктәптә, күршеләрендә барыһы ла тома һуҡыр, һаңғыраумы икән әллә?