24.06.2019 Сараһыҙлыҡтан бағымсыға барған
Алдана күрмәгеҙ, тип күпме генә иҫкәртмәһендәр, әҙәм балаһы сараһыҙлыҡтан, сирле кешеһенең һауығыуына, тормошоноңда буласаҡ үҙгәрештәргә ышанып, бағымсыларға йөрөй.Әммә кешенең урам буйында танышҡан халыҡ табиптарына, сихыр ҡайтарыусыларға ышаныуын һис кенә лә аҡлап булмай.
Өфөлә шундай аферистар ҡулынан 40 йәшлек ханым зыян күргән.
Сирле балаһы менән баш ҡалаға дауаханаға килгәс, урамда ул бер ҡатын менән таныша. Һөйләшкән арала ни өсөн баш ҡалаға килеүен, улына табиптарҙың диагноз ҡуя алмауын әйтә. Яңы әхирәте үҙендә бағымсылыҡ һәләте булыуын белдерә, дауаланырға килергә саҡыра. Бер нисә көндән улар осрашалар. « Доғалар менән дауалаусы» баланың көслө боҙом булыуын , сихырҙы кире ҡайтара алыуын әйтә.
Ҡатын бағымсыға 800 һум аҡса, бөтә алтын әйберҙәрен һәм йомортҡа килтерә. Комсомольская урамында улар сихыр ҡайтаралар һәм өс сиркәүгә барырға кәрәклеген әйтәләр. Боҙомдо ҡайтарып, өҫтөнән ауыр йөк төшкән ҡатын яңы әхирәтенә шылтыратып рәхмәт әйтергә теләй. Әммә телефондары һүндереп ҡуйылған була. Алданған ханымға полицияға мөрәжәғәт итергә тура килә.
Сараһыҙлыҡтан бағымсыға барғансы, балаһына түләүле медицина тикшеренеүе үткәрһә лә, шул тиклем аҡсалары елгә осмаҫ ине.