24.06.2019 Пальма майынан һөттө - айырым кәштәгә!
1 июлдән алып республика магазиндарында һөт аҙыҡтарын һатыу ҡағиҙәләре үҙгәрә. Бынан ары составында үҫемлек майы булған һөт ризыҡтары һөт һәм һөт аҙыҡтарынан айырым кәштәләрҙә урынлаштырыласаҡ.
Был шәп яңылыҡ тураһында Радий Хәбировҡа ветеринария идаралығы етәксеһе Азат Йыһаншин бөгөн оператив кәңәшмәлә хәбәр иткән.
Үҫемлек майы (ғәҙәттә пальманыҡы), аҙыҡты һаҡлау ваҡытын оҙайтып, уның хаҡын арзанайтһа ла, организмға зарарынан башҡа бер тинлек файҙаһы юҡ. Пальманың майын хәҙер ниндәй генә аҙыҡ-түлеккә ҡушмайҙар! Ә күптәр ҡап тышындағы мәғлүмәттәрҙе уҡып та тормай, эрзац һөт аҙыҡтарын, печенье, кәнфит һ.б. менән үҙен, балаларын ағыулауҙы дауам итә.
Шуға ла, исмаһам, ысын, һыйырҙан һауылған (!) һөттө эсеп ҡалырбыҙ. Юғиһә, әллә ниндәй онтаҡтан яһалған һөттө лә эсеп йөрөүебеҙ ихтимал ине бит. 1 июлдән магазиндарҙа иғтибарлы булып, тәбиғи һөт, һөт аҙыҡтарын һайлағыҙ, дуҫтар.