«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ярманы дөрөҫ һаҡлағыҙ!



06.07.2019 Ярманы дөрөҫ һаҡлағыҙ!

Ашаған ризығыбыҙ сәлә­мәтлек өсөн зыянлы булырға тейеш түгел. Һәр аҙыҡтың яраҡлылыҡ ваҡыты бар. Ярмаларҙа ул төрлөсә.

Тарының тәме 4 ай ғына һаҡлана.

Дөгөнөкө – 1,5 йыл. Уға төрлө бөжәк эйәләмәһен өсөн һауытҡа бер нисә металл ҡапҡас йәки һарымһаҡ һалып ҡалдыралар.

«Геркулес» ярмаһының ҡулланыу ваҡыты – 4 – 5 ай.

Ҡарабойҙайҙы 20 айҙан артыҡ һаҡларға кәрәкмәй.

Манный ярмаһы 14 ай дауамында тотонорға яраҡлы.





Автор: Т. Аманов
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға