24.06.2019 Бер яҡтан - сертификация, икенсе яҡтан - идентификация...
Малдарығыҙға, йортта булған хайуандарығыҙға сертификат алдығыҙмы әле? Сертификатһыҙ булмай. Малдан алынған продукцияға ла махсус документ кәрәк.
Һүҙ электрон ветеринар сертификаттар тураһында бара.
Хөкүмәт кәңәшмәһендә был айырым тема булды.
Тәү сиратта сертификат малға, шунан ит һәм ит субпродукттары, артабан - балыҡ, ҡыҫала, моллюск һ.б. шундай продукттарға кәрәк. Һөт ризыҡтары, йомортҡа, бал - сертификатһыҙ аҙыҡ-түлек тә, хайуан-фәлән дә ҡалмаҫ, ахыры.
Электрон ветеринар сертификатлау былтыр башланған. Бөтә Рәсәй буйынса эште дүрт этапҡа бүлгәндәр. Быйыл 1 ноябргә эш тамамланырға тейеш.
Сертификатығыҙ бар икән, тимәк, малығыҙ иҫәптә, күҙәтеү аҫтында. Был унан алынған продукция ла хәүефһеҙ буласаҡ тигән һүҙ. Йәғни идентификация менән сертификация бер параллелдә бара, икеһе лә кәрәк, икеһе лә һәр нәмәне күҙәтеүҙә тоторға булышлыҡ итә.
Бөтә мәғлүмәт ФГИС "Меркурий" (автоматлаштырылған федераль дәүләт мәғлүмәт системаһы) базаһында теркәлә.
Әйткәндәй, Ҡорбан байрамы уңайынан мал салыу өсөн дә берҙәм майҙан бүленергә тейеш. Был да сертификатлау эшенең бер өлөшө.
Барыһы ла - кешенең һаулығы һәм малдарҙың хәүефһеҙлеге өсөн.